Быйыл мәртәбәле мәҙәни сарала Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән 14 театр сығыш яһай. Фестиваль 16 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында “Ҡыҙыл паша” спектакле менән асыла. Театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөхәррире Динара Ҡәйүмова һөйләй.
Спектаклдәр аҙна дауамында баш ҡаланың өс театр майҙансығында уҙа. Афиша менән Мәҙәниәт министрлығы сайтында танышырға була.




