Уның сиктәрендә мәктәп уҡыусылары төрлө сәнәғәт предприятиелары, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары эшмәкәрлеге менән таныша. Исемлектә Башҡорт дәүләт аграр университеты ла бар. Сығарылыш синыфтар өсөн вуздың ветеринария клиникаһына экскурсия ойошторолдо. Учреждение заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, сифатлы диагностика ойоштороу һәм дауалау өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Шулай уҡ уҡыусылар университет биләмәһендә йорт хайуандары, ҡош-ҡорт тотолған майҙансыҡта ла булды.






