Ярыштың финалы бөгөн Өфөлә, «Торатау» конгресс холында үтте. «Апрель» вокал конкурсы 2018 йылдан йәш һәләттәрҙе асыҡлау, үҫтереү маҡсатында ойошторола. Быйыл ижади бәйгегә республиканың төрлө төбәктәренән 300-гә яҡын ғариза ҡабул ителгән, финалға 50 ҡатнашыусы һайлап алынған. Ойоштороусылар әйтеүенсә, конкурс халыҡ йырҙарын, данлыҡлы композиторҙарыбыҙҙың классик әҫәрҙәрен популярлаштырыу, йәш быуынға еткереү йәһәтенән әһәмиәтле.
Конкурс еңеүселәре өс номинация-академик, халыҡ һәм эстрада вокалы буйынса билдәләнә. Финалистарҙы билдәле сәхнә оҫталарынан тупланған абруйлы жюри баһалай. Илеш районы мәҙәниәт йортонда эшләгән Ирина Хафизова конкурсҡа үҙенең уҡыусыларын алып килгән, сара юғары кимәлдә ойошторолған, ҡатнашыусыларҙың кимәле бик юғары, ти ул.



