Бөгөн - милли кейем көнө. Байрам айҡанлы Башҡортостан Милли музейында Радий Хәбиров милли кейем тегеүсе, тергеҙеүсе, биҙәүестәр яһаусы оҫталар менән осрашты.
Милли кейем көнө Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров указы менән 2020 йылдан ике тапҡыр, апрелдә һәм сентябрҙә билдәләнә. Был ябай ғына байрам түгел, уның асылында кейем-биҙәүестәр аша милли-мәҙәни хазиналарыбыҙға һөйөү тәрбиәләү, тарихҡа, йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә, кәсептәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу ята. Иң мөһиме милли кейем тегеүселәр, тергеҙеүселәр араһында йәштәр күп. Быуындар сылбыры, быуындар күсәгилешлеге ошондай саралар ярҙамында һаҡлана. Осрашыу барышында һүҙ милли мираҫыбыҙ булған кейем-биҙәүестәрҙе һаҡлау, киләһе быуынға тапшырыу юлдары тураһында барҙы. Оҫталарға дәүләт наградалары тапшырылды.



