Башҡортостандың 16 муниципалитетында яҙғы ташҡынға бәйле 30 осраҡ ҡотҡарыусылар күҙәтеүендә ҡала

Әле йөҙҙән ашыу йорт яны биләмәһе, 28 автомобиль юлы, 7 бәләкәй күпер һыу аҫтында. Ташҡын үтеп ингән торлаҡ һәм баҡса йорттары юҡ. Шулай ҙа уҙған тәүлектә Белорет, Өфөнөң Ленин, Киров райондары юлдарына, Шишмә районының ауыл хужалығы производство берекмәһе участкаларына һыу үтеп ингән.

Шишмә районы Бочкаревка ҡасабаһында Дим йылғаһы тәүлек эсендә 6 сантиметрға, Өфө янында Ағиҙел 5 сантиметрға күтәрелгән. Дим районында «Козарез», «Альбатрос»ауыл хужалығы етештереү кооперативтарына ла һыу ғәҙәттән тыш хәүеф янай. Мәсьәлә көн һайын контролдә тотола.

Азамат Фәйзуллин, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ