Дүрт йылға кисеүен паромда үтергә мөмкин, шулай уҡ «Сипайлово - Йәшел морон» дөйөм ҡулланыштағы ҡала эсендәге һыу транспорты маршруты асыла. «ДОК-йөк-пассажир ташыу», «Князевская» йүнәлештәре буйынса һыу кимәле түбәнәйгәс кенә йөрөп буласаҡ. Судноларға килгәндә, бөгөн улар ҡышҡы ремонттан һуң тәүгә йылғаға сыҡты. Көтөп алынған сәфәрҙән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Йылға навигацияһына юғары әҙерлек сигналы яңғырай. «Базальт» судноһы тулыһынса төҙөкләндерелгән, төҫкә лә хәҙер күпкә сағыуыраҡ. Иртәгәнән ул Өфөләге һыу транспортын хеҙмәтләндерә башлай. Капитан Илфат Зәкриев был теплоход менән унынсы йыл идара итә. Ашығыс ярҙам хеҙмәте кеүек ул йылғалағы судноларҙың төҙөклөгөн контролдә тота.
Судноларҙың биш берәмеге ремонт-урынлаштырыу пунктын ҡалдырып, кисеүҙәргә йүнәлде. Өфөлә һыу транспортында пассажир-йөк ташыу миҙгеле башланыуға һанаулы ғына ваҡыт ҡалған, иртәгәнән уға старт бирелә. Шуға күрә теплоходтар билдәләнгән маршруттар буйынса йылғалағы хәлде тикшерергә тейеш.
Теплоход хеҙмәткәрҙәре лә миҙгел башланыуға ҡыуанысын йәшермәй, ни тиһәң дә, ҡышҡы осорҙа судноларҙы ремонтлау буйынса ҙур эш башҡарылған, хәҙер йылға гиҙергә ваҡыт.
Паромдарҙың көндәлек расписаниеһы менән Өфөнөң йылға аша сығыу хеҙмәтенең рәсми сайтында танышырға мөмкин. Һыу киткәс, транспорт сараларын ташыу буйынса хеҙмәт тә күрһәтеләсәк. Әлегә был йүнәлештә эш башланмаған.
Былтыр Өфөнөң йылға аша сығыу хеҙмәтенә ҡараған паромдар менән 300 мең кеше файҙаланған, 37 мең автомобиль икенсе ярға сығарылған. Быйыл да пассажирҙар һәм йөк ташыу өсөн хаҡ шул уҡ кимәлдә һаҡлана
Гөлназ Хәйбуллина






