Өфөлә ҡурҡыныс авария теркәлгән

Биш кеше һәләк булған, икәүһе дауаханала. Ҡурҡыныс авария бөгөн иртәнге сәғәт етелә теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, еңел автомобиль водителе боролош яһаған «Камаз»ға бәрелә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 3 йәш егет менән ике ҡыҙ тиҙ ярҙам хеҙмәте килеп еткәнсе һәләк була. Тағы ла бер ҡыҙ менән егет дауаханаға оҙатылған. Уларҙың берәүһе ауыр хәлдә. Һыу һибеүсе «Камаз» водителе зыян күрмәгән.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ