Башҡортостанда атҡаҙанған муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте хеҙмәткәре тигән исем булдырыла. Бөгөн Радий Хәбиров Муниципаль берәмектәр съезының пленар ултырышында сығыш яһап ошо турала белдерҙе. - Ил етәкселеге һәм йәмғиәт мунипаль власҡа иғтибарҙы артыра. Оҙаҡ йылдар Ватанға лайыҡлы хеҙмәт иткән коллегаларыбыҙ хеҙмәтен юғары баһаларға кәрәк, - тине Радий Хәбиров.







