Өфөлә төбәк муниципаль берәмектәренең XIV съезы үтте

Башҡортостанда атҡаҙанған муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем булдырыла. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров төбәк муниципаль берәмектәренең XIV съезында хәбәр итте. Дәүләт наградаһы үҙидара системаһында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән, ҙур эш стажы булған хеҙмәткәрҙәргә тапшырыласаҡ. Ултырышта муниципалитет һәм ауыл биләмәләре етәкселере алдына өҫтөнлөклө маҡсаттар ҡуйылды. Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү һәм төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Аныҡ маҡсаттар, эшлекле һорауҙар. Республика муниципаль берәмектәренең XIV съезында Башҡортостан башлығы Радий иғтибарҙы көнүҙәк мәсьәләләргә йүнәлтте. Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам, халыҡ менән эшләү, республика һәм ил конкурстарында ҡатнашып биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм башҡалар.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров муниципалитет мәнфәғәте өсөн тырышып эшләгән хеҙмәткәрҙәргә оло рәхмәтен белдерҙе. Республика етәксеһе тәҡдиме буйынса Башҡортостанда атҡаҙанған муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем булдырыла.

Дәүләт наградаһы хеҙмәт стажы рөхсәт иткән, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән белгестәргә тапшырыласаҡ. Бынан тыш съезд ултырышында үҙидара органдарында эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын арттырыу, транспорт сараларын яңыртыу һорауҙары ҡаралды.

Ауыл ерендә оператив хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр ҙә байтаҡ. Мәктәптең түшәме иҫкергән йәки социаль объектта етешһеҙлектәр барлыҡҡа килгән. Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса кисектереү мөмкин булмаған һорауҙарҙы хәл итеү өсөн республика бюджетынан өҫтәмә финанстар бүленәсәк.

Республика муниципаль берәмектәре съезында Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлек барышы ла иғтибарға алынды. Тарихи дата 31 августа билдәләнәсәк һәм тантана байрам саралары менән генә түгел, ә урындағы халыҡ өсөн мөһим социаль объекттар асылыуы, ҡала ихата-урамдарҙы тәртипкә килтереү йәһәтенән дә әһәмиәтле буласаҡ.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ