Башҡортостанда милли кейем көнөн билдәләнеләр

Бөгөн - милли кейем көнө. Милли кейем көнө Республика башлығы указы менән 2020 йылдан ике тапҡыр, апрелдә һәм сентябрҙә билдәләнә. Байрам айҡанлы бөгөн Радий Хәбиров Башҡортостан Милли музейында милли кейем тегеүсе, тергеҙеүсе, биҙәүестәр яһаусы оҫталар менән осрашты. Һүҙ милли мираҫыбыҙ булған кейем-биҙәүестәрҙе һаҡлау, киләһе быуынға тапшырыу юлдары тураһында барҙы. Оҫталарға дәүләт наградалары тапшырылды. Радий Хәбиров милли кейем тегеүгә ярҙам программаһы тураһында ла иғлан итте. Төп яңылыҡтар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Башҡорттоң милли кейеме паспорт һымаҡ, уның аша кешенең ырыуын да, ғаилә хәлен дә, матди торошон да белергә мөмкин. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли биҙәүестәре иһә яман күҙҙән дә, насар һүҙҙән дә һаҡларға ла һәләтле, ә ауыр тәңкәле ҡашмауҙар кәүҙәне төҙ, тура тоторға ла ярҙам итә. Йәғни, уларҙы кейем, йә биҙәүес тип әйтеү генә әҙ, тотош хазина һандығы.

4 йыл элек календарҙа милли кейем көндәре лә барлыҡҡа килде. Хәҙер ул көтөп алған датаға әүерелгән. Күңел, рух һәм берҙәмлек байрамы.

Байрам ғына түгел, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эшлекле милли костюмдар тегелә башланы. Миллли кейем тегеүгә, боронғо өлгөләрҙе тергеҙеүгә, биҙәүестәр эшләүгә иғтибар артты, оҫталар күбәйҙе. Кәсепселәргә дәүләт наградаһы булдырылды. Бөгөн бүләкләнеүселәр араһында тормош иптәше менән бергә көмөш биҙәүестәр яһаған Миңлегөл Дәүләтова ла бар. Оҫталыҡ, түҙемлек, сығымдар талап иткән шөғөл, ти ул.

Һәр төбәктең, ырыуҙың үҙенә генә хас нескәлектәре. Ирҙәр кейеме тәү сиратта миҙгелгә һәм урман-дала яғына бүленһә ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы тегеү, биҙәү үҙенсәлектре буйынса ла, исемдәре менән дә айырыла. Әлеге ваҡытта гүзәл заттарҙың тиҫтәнән ашыу милли кейем өлгөһө билдәле. Мәҫәлән,Ғәбиҙә Вәлиева сығышы менән Ҡурған өлкәһенән. Оҫта әйтеүенсә, ҡурған башҡорттарының милли кейеме, ҡул эштәре сигеүле, нағышлы.

Уҡалы, тамбурлы күлдәк-камзулдар, мәрйенле селтәр-ҡашмауҙар, аҫыл ташлы көмөш биҙәүестәр. Башҡорттарҙың милли кейеме рухи яҡтан да, тарихи күҙлектән дә зиннәтле байлыҡ. Оҫта Юлай Ғәлиуллин фекеренсә, уларҙы киләһе быуынға еткереү мотлаҡ. Ошо маҡсатта «Тамға» конкурсына тергеҙелгән эштәрҙе һатмаҫҡа, һаҡларға кәрәк, ти ул.

Радий Хәбиров фонд төҙөүҙе хуплауҙан тыш, милли кейем тегеү, тергеҙеү оҫталары өсөн дәүләт ярҙамы программаһы эшләй башлаясағын да белдерҙе.

Милли кейемдәр көнө, «Тамға» башҡорт милли костюмы конкурсы, оҫталарға Республика башлығы гранты, кәсепселәргә дәүләт наградаһы, эшлекле милли костюмдар, күргәҙмәләр. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда милли кейемде тергеҙеүгә, һаҡлауға, үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Оҫталар ошо эштәрҙең башланғысында торған Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерҙе һәм елән кейҙерҙе.

Башҡортостан башлығының указы менән 2020 йылдан йылдан апрелдә һәм сентябрҙә йылына ике тапҡыр башҡорт милли кейеме көнө үткәрелә. Был ябай ғына байрам түгел, уның асылында кейем- биҙәүестәр аша милли-мәҙәни хазиналарыбыҙға һөйөү тәрбиәләү, тарихҡа, йолаларға, ғөрөф ғәҙәттәргә, кәсептәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу ята. Иң мөһиме милли кейем тегеүселәр, тергеҙеүселәр араһында йәштәр күп булыуы. Быуындар сылбыры, быуындар күсәгилешлеге ошондай башланғыстарҙан һалына.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ