Бөрйән районында санитар өмә уҙғарылды

Экологик акция сиктәрендә тирә-яҡ мөхит ҡыш буйы йыйылған сүп-сарҙан таҙартылды. Йорт алды биләмәләре, урамдарҙа тәртип урынлаштырылды, муниципаль-ара юлдар һәм Ағиҙел яры участкаларында тормош-көнкүреш ҡалдыҡтары йыйылды. Бынан тыш, кис һайын махсус техника юлдарҙы саң һәм бысраҡтан таҙарта, тротуарҙарҙы йыуа. Районда аҙна һайын экологик өмәләр, «Таҙа Ағиҙел», «Таҙа юл сите», «Санитар йома» кеүек акциялар үтә. Уларға тотош район халҡы йәлеп ителә, предприятие һәм ойошмалар, ирекмәндәр ҙә әүҙем ҡатнаша.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ