Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы ултырышында берәҙәк эттәр мәсьәләһе күтәрелде

Йәнә берәҙәк эттәр мәсьәләһе күтәрелә. Һуңғы аҙна-ун көн эсендә республика буйынса дүрт тиҫтәнән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Быға бәйле Башҡортостандың йәмәғәт палатаһында киңәйтелгән ултырыш үтте. Һөйләшеүгә төрлө өлкә белгестәре, дәүләт һәм йәмәғәт ағзалары махсус саҡырылды. Комиссия ағзалары һәр мөрәжәғәткә айырым туҡталып, тәҡдимдәрен индерҙе.

Фекер алышыуҙа хайуандарҙы яҡлаусыларҙан килгән һорауҙар ҙа ситтә ҡалманы. Берәҙәк эттәрҙе аулау, приюттарҙың федераль нормаларға яуап бирмәүе билдәләнде. Һанап үтелгән мәсьәләләрҙе тағы ла дәүләт кимәленә сығарырға тәҡдим ителде.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ