Аҡъяр ауылында Рәмил Баҙамшиндың коцерты үтте

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Баҙамшиндан үҙенсәлекле проект. «Шиғри юлдар ағыла» концерт программаһы Аҡъяр ауылы район мәҙәниәт йортонда тамашасы хөкөмәнә сығарылды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Йырҙың һүҙҙәре алғы һыҙыҡтағы геройҙарҙы яҡлау, рухтарын нығытыу өсөн тәғәйенләнә. Проект Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды, республика Хәрби Дан музейы, сәхнә оҫталары союзы ярҙамында Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла. «Шиғри юлдар ағыла» ижади проектының һүҙҙәре пулянан көслөрәк, йөрәккә үтерлек юлдары йәнде имләй, сәпкә тейә.

Хәрбиҙәр менән осрашыу мине ижадҡа илһамландыра. Яугирҙарға арнап йырҙар яҙыла. Әммә һалдаттарҙың ҡаһарманлығы хаҡында тамашасыға ла һөйләргә кәрәк. Һәр йырымда Еңеү өсөн көрәшеүсе һалдаттар яҙмышы сағылыш таба.

Рәмил Баҙамшин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

«Гитара» ға бағышланған йырында ул, ҡулымда автомат урынына гитара,тип йырлай. Рәмил Баҙамшин бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция зонаһына барған. Яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән Александр Доставалов һәм генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальондары яугирҙары адында сығыш яһаған. Тылда еңеүҙе яҡынайтыусы тамашасы менән артист күҙгә-күҙ ҡарашып аралашты.

Концертҡа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, яугирҙарҙың туғандары, яҡындары саҡырылғайны. Улар өсөн яҡындарының иҫән-һау булыуы мөһим.

«Хәрби Дан» музейынан Рәсәй геройҙарына арнап «Ватан Һаҡсылары» тематик күргәҙмә лә ойошторолдо. Рәмил Баҙамшин уҡыусылар менән аралашты, оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Йәш шайморатовсылар алғы һыҙыҡтағы һалдаттарға йылы йөкмәткеле хат-сәләмдәр яҙҙы.

Концерт илһөйәрлек һәм рухты күтәреүсе музыка менән һуғарылған. Артистың һәр сығышы экрандан алғы һыҙыҡтан төшөрөлгән кадрҙар менән оҙатылды. Окоптар, блиндаждар, хәрби техника, дошман менән алыш видеояҙмаларында Еңеүгә инанған яугирҙар. Концерт программаһы һуңында олоһо-кесеһе яугирҙар менән берҙәмлеген һәм бергәлеген раҫланы.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ