Бөтә илдән 234 уҡыусы тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса белемен һынай. Олимпиада ике этапта уҙғарыла. Теоретик белемде күрһәтергә кәрәк, шулай уҡ практик оҫталыҡ баһалана. Төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙеңде тотоу, тәүге ярҙам алымдары күрһәтелә, тип хәбәр итәләр Мәғариф һәм фән министрлығынан.







