1 майҙан махсус айлыҡ башлана. Транспорт һәм юл хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, юлдарҙа дежур ойошторола, такси машиналары, пассажир транспортының рөхсәт ҡағыҙҙары тикшерелә, техника төҙөклөгө ҡарала. Талаптарға яуап бирмәгән машиналар тартып алына, транспорт етешһеҙлектәр бөтөрөлгәнсе штраф урынында һаҡлана.







