Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров объектты төҙөү барышы менән танышҡандан һуң белдерҙе.
Әлеге ваҡытта музейҙа һуңғы төҙөлөш эштәре бара. Проект буйынса дүрт зал 19-сы быуат аҙағында, Шаляпин Өфөгә килгән ваҡыттағы һымаҡ итеп эшләнә. Бөйөк сәнғәт әһеле исемендәге музыка музейын тап Өфөлә асыу осраҡлы түгел. Федор Шаляпиндың опера йырсыһы булараҡ тәүге дебюты тап Башҡортостандың баш ҡалаһы сәхнәһендә була. Артабан тотош донъя кимәлендә танылыу яулаған мәшһүр йырсы Өфөнө үҙенең «ижади сәңгелдәге» тип атай.
Төҙөүселәр музейҙы ошо тарихи осорҙоң күсермәһе итергә тырышҡан, Мәскәү оҫталарына шул заманда ҡулланылған паркетҡа заказ бирелгән. Ул биш төрлө ағастан эшләнә. Проект буйынса шулай уҡ бөйөк опера йырсыһының скультураһын урынлаштырыу, урамға боронғоса эскәмйәләр, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыу ҡаралған.
Әле музей коллекцияһына 600-ләп экспонат тупланған, уларҙың күбеһен баш ҡала халҡы тапшырған. Өфө музейы Рәсәйҙә Федор Шаляпинға арналған бишенсе объект буласаҡ. Учреждение белгестәре үҙ-ара хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй. Уларҙың асыу тантанаһына килеүе лә көтөлә. Башҡортостандың мәҙәниәт министры әйтеүенсә, был көндәрҙә Өфөлә Шаляпин кисәләре лә уҙа.



