Өфөлә дөйөм ҡала шәмбе өмәһе үтте

Биләмәләр тәртипкә килтерелде, тирә-йүн сүп-сарҙан таҙартылды. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һәм ведомство ҡарамағында булған өс ойошма хеҙмәткәрҙәре Яҡутов исемендәге паркта эшләне.

Был участкала улар йыл һайын өмә уҙғара. Халыҡтың яратҡан ял урынында ҡоштарға тағараҡтар ҙа эленде. Билдәле булыуынса, әлегә төбәктә барған санитар таҙартыу айлығында 9 мең кубометр сүп-сар йыйылып, полигондарға оҙатылған. Киләһе аҙна шәмбеһендә лә республика кимәлендә өмә үтә. Ведомство белгестәре был көндө лә йәмәғәт биләмәләрен таҙартыуҙа әүҙем ҡатнашырға иҫәп тота.

Ҡалалағы предприятие-ойошмалар етәкселегенә биналарҙың фасадын һәм яҡындағы биләмәне тәртипкә килтереү бурысы ҡуйылған. Өмәлә ағастарҙы ағартыу, бордюрҙарҙы буяу кеүек эштәр ҙә башҡарыла.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ