Республика умартасылары ҡорттарға ревизия үткәрә

Бал ҡорттары нисек ҡышлаған? Республика умартасылары ҡорттарға ревизия үткәрә. Был мәсьәләлә уларға алтынсы йыл рәттән Башҡортостан фәнни-етештереү ветеринар лабораторияһы белгестәре ярҙам итә.16 апрелдән мобиль лабратория республика райондарында эш башланы ла инде.Тәгәрмәс өҫтөндәге мобиль лабораторияның Бөрйән зонаһындағы эшмәкәрлеге хаҡында киләһе яҙмала.

Ветеринар табиптар бал ҡорттарының инвазион, бактериаль сирҙәрен асыҡлай, вирустарға тикшерә. Быйыл һуңғыларына тикшереүҙәр дәүләт ярҙамы менән бушлай башҡарыла. Ә нозематоз, варатоз, браулез, амебиаз, акарапидоз кеүек ивазион сирҙәрҙе асыҡлауға анализдар түләүле. Бер пробаның хаҡы 500 һумдан.

Лаборатор тикшеренеүҙәрҙең һәр береһендә айырым ысул ҡулланыла. Микробтар бал ҡортоноң төрлө өлөштәрендә урынлаша, ти белгестәр. Әйтәйек, нозематоз урта эсәктәрҙә, акапаридоз трахеяла, варатоз,браулез тәнендә була.

Бөрйән зонаһында лаборатор тикшереүҙәргә Белорет, Баймааҡ, Әбйәлил райондары ҡортсолары пробалар тапшыра. Һөҙөмтә 10 көн эсендә әҙер була. Анализдар тапшырыу өсөн Өфөгә барып йөрөйһө түгел.

Йылына бер тапҡыр мобиль лаборатория белгестәре зоналарға сыға. Ентекле тикшеренеүҙәр паразиттарҙы асыҡларға, бал ҡорттарын төрлө-сирҙәрҙән арындырырға ярҙам итә, был үҙ сиратында умарталыҡта тоҡомдо көсәйтеү мөмкинлеген бирә. Мобиль лабораториялар Күгәрсен, Әлшәй, Мишкә, Борай һәм Салауат районында 26 апрелгә тиклем тикшеренеүҙәр үткәрәсәк.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ