Йыйынтыҡҡа төрлө осорҙағы ваҡиғалар нигеҙендә ижад ителгән повесть, хикәйәләр тупланған. Ошо уңайҙан Баймаҡ районында китаптың исем туйы һәм авторҙың 75 йәшлек юбилей кисәһе үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
«Ижадымдың яҙғы тамсылары» исеме аҫтында үткән кисәгә Рәйсә Иҫәнбаеваның коллегалары, уҡыусылары, ижадташ дуҫтары, балалары йыйылды. 40 йылға яҡын ғүмерен мәғариф өлкәһенә арнаған уҡытыусы ‐ остаз балаларға белем биреп кенә ҡалмай ә уларҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү уята. Эшләү дәүерендә, 90‐ға яҡын уҡыусыһының филология факультетын һайлауы ла ошоға дәлил.
Тынғыһыҙ уҡытыусы хаҡлы ялға сыҡҡас яҙыу эшенә тотона. Бөгөн ул 16 китап авторы. Рәйсә Миҙхәт ҡыҙының ижады үҙ уҡыусыларын таба. Интернет селтәрҙәрендә, гәзит‐журнал биттәрендә баҫылған яңы хикәйәләре яратып уҡыла.
Рәйсә Иҫәнбаева әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә. Быйыл «Айыҡ айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашҡан Үрге Яйыҡбайҙар һорауы буйынса ул һуғыш йылы балалары тураһында «Аяныслы яҙмыштар» китабын баҫтыра. Уҡыусыларына кәңәшсе лә, остаз да була алған һиҙгер күңелле мөғәллимә бөгөн йәмғиәткә файҙалы кешеләр үҫтереүе, рухи аҙыҡ уртаҡлашыуы менән бәхетле.



