Башҡортостан дамба йырылыуҙан зыян күргән Ырымбур өлкәһенә ярҙам күрһәтеүен дауам итә

Ошо аҙнала ғына республика күрше төбәккә эсәр һыу тултырылған ике фура оҙатты. Бөтә гуманитар ярҙам да иң тәү сиратта Орск ҡалаһына ебәрелә. Айырыуса ныҡ зыян күреүселәр ҡаланың иҫке өлөшөндә йәшәй. Эсәр һыуға ихтыяж ҙур. Гуманитар ярҙам илдең төрлө нөктәләренән ҡабул ителә. Бынан тыш, республика ҡотҡарыусылары Ырымбур ҡалаһында ла зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтә. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.

Таҙа, файҙалы, минералдарға бай. «Красноусол» эсәр һыуы бөтә Рәсәйгә билдәле. Республиканың һәр бер кибетендә тиерлек һатылған һыу менән шешәләр ошо заводта етештерелә. Һыу ауылдан алыҫ булмаған бер нисә скважинанан алына.

Был заводтың күрше төбәккә тәүге ярҙамы түгел. Ғәҙәттән тыш хәл теркәлгәндән бирле, ойошма 7 фура эсәр һыу ебәреп өлгөргән. Ошо аҙнала тағы ла 30 тонна һыу тейәлгән 2 йөк машинаһы Ырымбурға юлланды. Машиналарҙың береһендә зыян күреүселәр өсөн Запорожье халҡы йыйған гуманитар ярҙам да бар. Кейем-һалым, юрған, картуф - ылауҙы улар отпускыға ҡайтҡан Башҡортостан яугирҙары аша биреп ебәргән.

8 сәғәтлек оҙон юлдан һуң, эсәр һыу менән тулы йөк машиналары тәғәйен урынға барып етте. Ҡалала махсус ойошторолған ике үҙәк гуманитар ярҙамды ҡабул итә. Башҡортостандан килтерелгән һыу шуна уҡ хәрби машиналарға тултырылып, зыян күреүселәргә оҙатылды. Урындағылар әйтеүенсә, эсәр һыу - бында иң кәрәкле нәмә. Һыу менән шешәләр күҙ асып йомған арала таратылып бөттө.

Дамба йырылғандан һуң, Орск ҡалаһының иҫке өлөшө һыу аҫтында ҡала. 6 мең тирәһе йорт зыян күрә. Яйыҡ Ырымбур өлкәһе үҙәгенә лә инә. Урында эшләгән ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, әгәр ҙә Орск ҙур тулҡынды ҡабул итмәһә, бөтә ташҡын Ырымбурҙы ҡаплар ине. Әле өлкә үҙәгендә республика ҡотҡарыусылары эшләй. Ихаталарға ингән һыуҙы һурып ала.

Әле һыу бер аҙ кәмегән. Халыҡ яйлап йорттарына ҡайта башлаған. Шулай ҙа улар һыуһыҙ, утһыҙ көн күрә.

Йәмғеһе республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса күрше төбәккә ярҙамға Башҡортостандан 10 берәмек техника һәм 33 ҡотҡарыусы ебәрелгән. Мобиль төркөм ҡалалағы бер нисә биҫтәне һыуҙан ҡотҡарып алып ҡалған.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ