Белгородтан килгән балалар Илеш һәм Әбйәлил райондарындағы учреждениеларға урынлаштырылды

Оло хәстәрлек билдәһе. Был аҙнала Башҡортостанға Белгородтан 498 бала килде. Бындай ҡарарҙы өлкә губернаторы менән һөйләшкәндән һуң Радий Хәбиров ҡабул иткәйне. Мәктәп уҡыусылары ике төркөмгә бүленеп, Илеш һәм Әбйәлил райондарындағы һауыҡтырыу учреждениеларына урынлаштырылды. Улар өсөн бай мәғариф һәм күңел асыу программаһы ойошторолған. Балаларҙың тәьҫораттарын БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина уртаҡлашты.

Уҡыу программаһын ҡыуып етергә кәрәк. Белгородтан килгән бер төркөм мәктәп уҡыусылары ниһайәт, тыныс шарттарҙа белем аласаҡ. Һуңғы сиректе улар дистанцион форматта түгел, ә Башҡортостанда тамамлай. Балаларҙы Илеш һәм Әбйәлил райондарындағы һауыҡтырыу лагерҙары ҡаршы алды, малай-ҡыҙҙар уҡыу әсбаптары һәм канцелярия тауарҙары менән тулыһынса тәьмин ителгән.

Илеш районының «Орленок» балалар һауыҡтырыу лагерында бөгөн Белгород өлкәһенән 241 бала ял итә. Улар өсөн көнөнә биш тапҡыр туҡланыу ойошторолған. Төшкә тиклем дәрестәрҙә булһалар, ҡалған ваҡыт өҫтәмә белем алыу, спорт һәм күңел асыу сараларына ҡаралған.

Миңә барыһы ла оҡшай, яңы дуҫтар таптым. Тәмле ашаталар, йәшәү урыны ла уңайлы. Башҡортостанға рәхмәт.

Полина Андреева, ял итеүсе

Белгород өлкәһенән килгән бер төркөм балалар Әбйәлил районының «Березка» лагерына ла урынлаштырылған. Оператив кәңәшмәлә республика башлығы уҡыусыларҙы ҡабул иткән муниципалитеттар етәкселегенә балаларға хәстәрлек күрһәтеүҙе шәхси контролгә алырға ҡушҡайны.

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн мәҙәни, танып белеү программаһы ла ойошторола. Улар райондың иҫтәлекле урындары, тәбиғәте менән танышасаҡ, Өфөгә экскурсия ла планлаштырылған. Башҡорт ҡунаҡсыллығы балалар хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр тип көтөлә

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ