Башҡортостан аграрийҙары өсөн ҡыҙыу осор - яҙғы сәсеү эштәре башланды. Ауыл хужалығы предприятиелары алдында ниндәй бурыстар ҡуйылған, сәсеү материалдары етерлекме? Киләһе уңышҡа ниндәй фараздар бар. Был һорауҙарға Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Искәндәр улы Сураҡов яуап бирҙе. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әңгәмәһе.
Быйыл Башҡортостанда яҙғы сәсеү эштәрен 2 миллион 78 мең гектар майҙанда ойоштороу планлаштырылған. Хужалыҡтар баҫыуға сыҡты. Бөгөнгә дым ҡаплау, минераль ашламалар индереү кеүек эштәр башҡарыла. Һаумыһығыҙ, Ирек Искәндәр улы. Быйыл яҙ иртә килде, был күренеш сәсеү эштәренә нисек тәьҫир итәсәк? Аграр республикала ҡыҙыу осорға әҙерлек нисек алып барылды?



