Башҡортостанда ташҡын иң юғары нөктәһенә еткән

Шулай ҙа Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡайһы бер йылғаларҙа һыу кимәле тағы ла күтәрелеүе ихтимал. Өфө янындағы Ағиҙел йылғаһында ташҡын 6 метрға тиклем еткән. Хәүефле кимәлгә тиклем тағы 1 метр тирәһе ҡала.

Бынан тыш, баш ҡалалағы Дим йылғаһы, Бөрөләге Ағиҙел, Хәйбулла районындағы Таналыҡ йылғаларының ныҡ ташыуы теркәлгән. Һыу баҫыу хәүефе янаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре, автомобиль юлдары, күперҙәр республика ҡотҡарыусылары күҙәтеүендә ҡала. Ғәҙәттән тыш хәл осрағында 112 һандары буйынса шылтыратырға кәңәш ителә.

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 5 ихата, 18 баҡса участкаһы, 10 автомобиль юлдары участкаһы, 2 күпер һыуҙан ҡотҡарылды. Яҡын арала Өфөлә баҡса һәм ихаталарға ташҡын янамай. Шишмә районы Бочкаревка ауылы янындағы Дим йылғаһында ташҡын кәмеү менән, баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә әкренләп һыу ҡайтыуы көтөлә.

Алик Шәрәфетдинов, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәте етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ