Өфөлә «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы малай-ҡыҙҙарҙы байрамға йыйҙы

«Тамырым ғаиләмдә» . Өфөлә «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы малай-ҡыҙҙарҙы байрамға йыйҙы. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ойошторолған тамаша йылдағыса аншлаг менән үтте. Йыр-бейеү, күңел асыу программаларын БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин барып күрҙе.

«Тамыр» телеканалының быйылғы концерт-программаһы Ғаилә йылына арналды. Юҡҡа ғына сараны алып барыу хоҡуғы өс бала ата-әсәһе Лилиә менән Фәнзил Әҙелбаевтарға ышанып тапшырылмаған. Улар үҙ балаларын ғына түгел, тотош республика малай-ҡыҙҙарын башҡорт мөхитендә тәрбиәләгән ғаилә булараҡ билдәле. Шулай уҡ сара Башҡортостанда барған Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылын да үҙ эсенә алды.

Байрам тамыры ныҡтың олоно ныҡ, тигән халыҡ мәҡәлен иҫбатланы. Сәхнә түрен, бер-бер артлы ижади ғаиләләр сығышы биҙәне.

Тамашасылар иғтибарына яңы йыр-бейеүҙәр ҙә тәҡдим ителде. Телеканал хеҙмәткәрҙәре заман балаларының ҡыҙыҡһыныуҙарына ныҡ иғтибарлы. Тапшырыу ғына түгел, сәхнәләге һәр сығыш та малай-ҡыҙҙарҙың зауығын күҙ уңында тотоп һайлана.

Концерт программаһы телевизион форматҡа ла төшөрөлдө. Тамашасылар уны аҙна аҙағында республиканың төп телеканалы эфирында ҡарай ала.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ