Үткән тәүлектә 186 иҫерек водитель тотолған

Үткән тәүлектә республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 186 иҫерек водителде туҡтатҡан Уларҙың унауһы рулгә эскән килеш ҡабаттан ултырыусылар. Күмертауҙа иҫерек водитель машинаһын ҡалдырып, ихаталар аша ҡасырға маташа. Тик килеп сыҡмай. Рулгә эсеп ултырыусылар йөк машиналары водителдәре араһында ла байтаҡ. Хәйбулла районынан «СИТРАК» машинаһында күрше төбәккә юл тотҡан ир ҙә иҫерек булып сыға. Ә Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе мотоциклист та юлда алкоголь эсемлек ҡулланған килеш хәрәкәт иткән.

Республика халҡы юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары тураһында Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны йәки дәүләт автоинспекцияһының Телеграмдағы чат-боты аша хәбәр итә ала. Телефон һандары 8-347-279-32-92 һәм Телеграмдағы чат-боты @GIBDDRB_02bot

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ