27 апрелдән махсус тәртип ваҡытында усаҡ яғыу, ауыл хужалығы ерҙәрендә, айырым һаҡланған биләмәләрҙә, юл буйҙарында хәүефле эштәр алып барыу тыйыла. Республикала ял урындарында, баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә профилактик рейдтар үткәрелә. Урман хужалығы министрлығында диспетчер хеҙмәте булдырылған. Мөрәжәғәттәр тәүлек әйләнәһе 8 (347) 218-14-14 телефоны буйынса ҡабул ителә.







