Был турала Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев белдерҙе. - Үзбәкстандың туҡыма сәнәғәте берлеге вәкилдәре менән осраштыҡ. Ошо турала килешелде, - тине министр. Беҙҙең республика яғынан инвестиция сығымдарының бер өлөшө ҡапланасаҡ. Яңы предприятиены индустриаль парктарҙың береһендә, йә "Алға" махсус иҡтисади биләмәһендә урынлаштырыу планлаштырыла. Был көндәрҙә Ташкентта "Иннопром. Үҙәк Азия" тигән халыҡ-ара күргәҙмә үтә. Унда Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнаша.




