Бында 18 йәшкә тиклемге хоккейсылар ҡатнаша. Уйындар бөгөн башлана һәм 4 майға тиклем бара. "Салауат Юлаев"тың йәш уйынсылары үҙ төркөмөндә Магнитогорск, Белоруссия, Мытищи һәм Калининградтан тиҫтерҙәре менән көс һынаша. Иртәгә "Металлург" менән уйын 13 сәғәттә башлана. Артабан, "Неман" командаһы менән осрашыу ҡаралған. Икенсе төркөмдә лә биш команда сығыш яһай.




