Рәсәй Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, федераль проектты тормошҡа ашырыу буйынса беҙҙең республика Волга буйы округында беренсе урында килә. Бөгөн 172 гектарҙа 38 биләмә әйләнешкә индерелгән. “Туризм өсөн ер” проекты 2022 йылдан ғәмәлдә. Бында инвесторҙар туристик һәм ял итеү йүнәлеше буйынса эшмәкәрлек алып бара ала. Биләмәләргә бәйле мәғлүмәтте Росреестр сайтында ҡарарға була.







