Радий Хәбиров Башҡортостанда сәсеү кампанияһы старт алыуын хәбәр итте

22 апрелдә 21 районда яҙғы сәсеүгә тотондолар. Көнъяҡта ғына түгел, төнъяҡ -көнсығыш райондарҙа ла эш башланды, һауа шарттары яҡшы, тип яҙа төбәк етәксеһе социаль селтәрендә. Аграрийҙар ғәҙәттәгесә, бойҙай, һоло, арпа , шулай уҡ шәкәр сөгөлдөрө лә сәсә. Шишмә, Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондары әүҙемлек күрһәтә. Йәмғеһе быйыл 2 миллион 70 мең гектарҙа иртә культуралар сәсеү ҡаралған. Радий Хәбиров барыһына ла яҡшы уңыш теләгән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ