Юл фондын яңы килем сығанаҡтары менән тулыландырыу, Экология кодексына үҙгәрештәр, төнгө сәғәттәрҙә граждандарҙың тыныс шарттарға хоҡуғын тәьмин итеү. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бөгөнгө пленар ултырышында 30-ҙан ашыу мәсьәлә тикшерелде. Парламент депутаттары ҡануни документтарҙы тикшереүҙән тыш, Контроль-иҫәп палатаһының, Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең 2023 йылдағы эшмәкәрлеге буйынса отчет докладын тыңланы. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Ауыр йөк автомобилдәренең юлдарға килтергән зыяны бөтәбеҙгә лә билдәле. Айырыуса ҡеүәтле сәнәғәт предприятиелары урынлашҡан төбәктәрҙә асфальт ҡатламы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә сафтан сыға, сөнки был юлдарҙан өҙөклөкһөҙ ауыр йөк ташыла. Парламент депутаттары ҡараған закон проектына ярашлы киләсәктә төбәк, муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарға йөк транспорты килтергән зыянды ҡаплау өсөн ингән түләүҙәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар Юл фонды бюджетына йүнәлтелә, аҡса төҙөкләндереү эшендә ҡулланыласаҡ. Тағы ла бер закон проекты төнгө ваҡытта халыҡтың тыныслығын тәьмин итеү менән бәйле, йәғни талаптар ҡәтғиләшә.
Әммә был нормалар дәүләт власы йәки урындағы үҙидара органдарының рөхсәте йәки ҡарары буйынса үткәрелгән сараларға ҡағылмай. Ултырышта граждандарҙың мөрәжәғәттәре буйынса ҡануни документ та ҡабул ителде, ул һанлы технологияларҙың үҫеше менән бәйле.
Был юлы ҡаралған закон проекттары араһында күпселеге ауыл ерендә йәшәүселәргә ҡағыла. Мәҫәлән, умартасылыҡ һәм малсылыҡ буйынса. Хәҙер мал зыяраттарындағы биологик ҡалдыҡтар хәҙер ике категорияға бүленә, айырыуса һәм уртаса хәүефле. Уға ярашлы эксплуатациялау, ликвидациялау тәртибе лә үҙгәрә. Экология кодексына ла өҫтәмәләр индерелә, терминдар үҙгәртелә.
Ултырышта шулай уҡ Белгород өлкәһе Думаһы менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре ҡаралды, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарарҙары һәм Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттары тикшерелде, ведомстволар отчет докладтары менән сығыш яһаны
Парламент депутаттары бөгөн Контроль иҫәп палатаһының отчет докладын да тыңланы. 2023 йылда аудиторҙар дәүләт ресурстарын ҡулланғанда меңгә яҡын етешһеҙлек асыҡлаған, бөтәһе 12 миллиард 800 миллион һум зыян килтерелгән. Был күрһәткес алдағы йыл менән сағыштарғанда 34, 4 процентҡа әҙерәк, 2022 йылда 19 миллиард 500 миллион һум була. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә Контроль иҫәп палатаһы хоҡуҡ һаҡлау органдарына 55 материалды тапшырған, улар буйынса өс енәйәт, алты административ эш ҡуҙғатылған. 2 кеше эштән бушатылған.
Рәмзиә Кәримова



