Башҡортостан Башлығы етәкселегендәге республика делегацияһы Дубайҙа халыҡ-ара бизнес форумда ҡатнаша

Уның барышында Радий Хәбиров Рәсәйҙең Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге Ғәҙәттән тыш илсеһе Тимур Зәбиров менән осрашты.

Ике яҡ араһындағы осрашыуҙа республиканың ғәрәп дәүләте менән хеҙмәттәшлеге хаҡында һүҙ барҙы. Башҡортостан ғәрәп илдәре менән хеҙмәттәшлеккә әҙер. Яҡын Көнсығыш менән Африка илдәре баҙарына сығыу өсөн тауар әйләнешен үҫтерергә, берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкин.

Шулай уҡ Фарсы ҡултығындағы дәүләттә Рәсәй Сауҙа вәкиллеге лә эшләп килә, киләсәктә уның ҡарамағында Башҡортостан төбәк ойошмаһын асыу күҙаллана. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан әлеге ваҡытта донъяның 100-ҙән ашыу дәүләте менән хеҙмәттәшлек итә. Республиканың Ҡытайҙа, Төркиәлә, Белорусияла, Ҡаҙағстанда һәм Үзбәкстанда вәкиллектәре эшләп килә. Киләсәктә ислам дәүләттәре менән хеҙмәттәшлекте нығытыу ҡаралған. Берләшкән ғәрәп әмирлектәре Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә алтынсы урынды биләй.

Радий Хәбиров эш сәфәрендә Рәсәй-Әмирлек эшлекле советы рәйесе Сергей Горьков менән дә осрашты. Һүҙ бизнес һәм сәнәғәт өлкәһендә бәйләнештәрҙе киңәйтеү тураһында барҙы. Осрашыуҙа Өфө эшҡыуарҙары өсөн Евразия сауҙа-сәнәғәт проектының презентацияһын ойошторорға тәҡдим ителде. Радий Хәбиров Эшлекле совет делегацияһын баш ҡаланың юбилейына арналған сараларға саҡырҙы. Эксперттар Башҡортостандың халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса эшмәкәрлеген юғары баһалай. Сөнки һуңғы осорҙағы санкциялар тышҡы иҡтисади бәйләнештәргә башҡа күҙлектән ҡарарға, яңы партнерҙар эҙләргә этәргес яһаны.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ