Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығы хеҙмәткәрҙәре айырыуса йәйәүлеләргә хәүеф янаған урындарға иғтибар итә. Бынан тыш, белем биреү учреждениеларына яҡын йәйәүлеләр юлы айырым контролдә тотола. Шулай уҡ инспекторҙар машиналарҙың «зебра» ға яҡын туҡтамауын һәм водителдәрҙең юл сатында йәйәүлеләрҙе үткәреүен күҙәтә. Ведомствола билдәләүҙәренсә, ошондай маҡсатлы операциялар ыңғай һөҙөмтә бирә.
Өфөнөң үҙәк баҙар районында юл ҡвғиҙәләрен йәйәүлеләр йышыраҡ боҙа. Күптәр хәүефкә ҡарамай, юл аша сығырға ынтыла. Ҡағиҙәләрҙе йәштәр генә түгел, хатта өлкәндәр ҙә йыш ҡына инҡар итә. Йыл башынан юл фажиғәләрендә 17 кеше һәләк булған. 200 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Йәйәүлеләргә бәйле юл-транспорт ваҡиғаларына килгәндә, Ҡырмыҫҡалы районында водитель юл ситенә сығып, 2 кешене бәрҙергән. Архангел районында иһә район үҙәгенән 64 йәшлек ир тәгәрмәс аҫтында ҡалып һәләк булған.






