Өфө ҡыҫҡа ваҡытҡа Ренессанс заманына ҡайтты. Был нәфис фильм сценарийы түгел. Баш ҡалала Октябрь районы кадет кластары уҡыусылары ҡатнашлығында бал үтте. Йәш хәрбиҙәр тантанағы оҙаҡ әҙерләнгән. Зауыҡлы сараны БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина күҙәтте.
Ыҫпай кейем, килешле манералар, тантаналы кәйеф. Сара етди кимәлдә, һәр бер нескәлеккә иғтибарлы ойошторолған. Аптырарлыҡ түгел: кадет тормошонда бал - иң мөһим хәрби традицияларҙың береһе. Йолаға ярашлы, егеттәр - парад формаларҙа, ә ҡыҙҙар өсөн махсус рәүештә ебәк күлдәктәр тегелгән.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Рәсәйҙә балдарҙы ойоштороу тураһындағы указға Петр I ҡул ҡуя. Ә ике тиҫтә йылдан тәүге кадет корпусы асыла. Йәш хәрбиҙәр фән менән шөғөлләнергә, атта йөрөргә, шпага менән файҙаланырға ғына түгел, бейей ҙә белергә тейеш булған. Бөгөн был тәртип ябайлаштырылһа ла, бал мәҙәниәте юғалмаған.
Өфөнөң Октябрь районында кадет балы ойоштороу матур йолаға әүерелеп бара. Ул 2019-сы йылдан уҙғарыла. Быйылғы бал элеккеләренән айырыла. Майҙанда тәүгә 1-се класс уҡыусылары вальс өйөрөлдө.
Вальс, полонез, кадриль. Был кадеттар өйрәнгән бейеүҙәрҙең бер нисәүһе генә. Ә бал аҙағында иһә майҙандағы 100-ҙән ашыу кадет вальсҡа төштө.
Рәзилә Ғиниәтуллина






