Башҡортостандан гвардия бригадаһы Жуков ордены менән бүләкләнде

Үҙәк хәрби округтың 12-се айырым гвардия инженер бригадаһы ил президенты указы менән юғары наградаға лайыҡ булды. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәрбиҙәрҙе ҡотланы. - Беҙҙең бригаданың данлы тарихы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башлана. Ул 1942 йылда ойошторола, әле лә  илдә  иң яҡшы инженер подразделениеларының береһе. Махсус  хәрби операция  башланғандан алып  Алкино-2 ауылында  урынлашҡан частағы егетттәргә 387 дәүләт һәм Оборона министрлығының меңдән ашыу наградаһы тапшырылды, - тип яҙа Радий Хәбиров.

Фото №1 - Башҡортостандан гвардия бригадаһы Жуков ордены менән бүләкләнде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ