Башҡортостанда ҙур маркетплейстың логистика үҙәге төҙөлә

Радий Хәбиров Дубайҙа халыҡ-ара форум барышында Wildberries компанияһы генераль директоры Татьяна Бакальчук менән осрашты. - Был объект республикала һәм күрше төбәктәрҙә электрон сауҙа үҫешенә ҡеүәт бирәсәк. Беҙҙең бизнесҡа ҙур баҙарға юл асыла. Эш урындары булдырыла, - тип яҙа социаль селтәрҙә Радий Хәбиров. Осрашыуҙа логистика үҙәге өсөн ер бүлеү мәсьәләһе ҡаралды.

Фото №1 - Башҡортостанда ҙур маркетплейстың логистика үҙәге төҙөлә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ