Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы башланғысы менән тикшереү үткәрелә. Мониторингта Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкилдәре лә ҡатнаша. Улар ҡышҡы миҙгелдән һуң балалар һәм спорт майҙансыҡтары торошон ҡарай. Белгестәр шулай уҡ ҡалаларҙа парк, сквер һәм баҡсаларҙың инвалидтар өсөн ни тиклем уңайлы булыуына баһа бирергә йыйына. Тикшереү 15 майға тиклем үтә.







