Был турала Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә хәбәр итте. Әле Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта асфальт-бетон заводтары эшләй башлаған, аҙна аҙағына тиклем республиканың төрлө төбәктәрендә тағы ла 15 заводта линиялар тоҡандырыла. Быйыл бөтәһе 32 асфальт-бетон заводы эшләйәсәк.
Әлбиттә, объекттар тулы ҡеүәтенә сыҡһын өсөн ваҡыт талап ителә. Сөнки ыҫмаланы тейешле температураға еткергәс кенә юлдарҙы ямау эшендә ҡулланырға мөмкин. Заводтар эшләмәгән урындарҙа юлдар һалҡын асфальт менән ремонтлана. Әле республика һәм муниципаль-ара юлдарҙағы 17 мең соҡорҙоң 12,5 меңе ямалған да инде. Быйыл ҡыш еңел булманы, юл температура үҙгәрешенән ныҡ зыян күрҙе. Әкренләп юлдарҙа тәртип урынлаштырасаҡбыҙ, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.






