Республикала ташҡындың иң юғары нөктәһе үтте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә Шишмә районында һәм Стәрлетамаҡта 260 баҡса, Ғафури районында автомобиль юлы участкаһында һәм Баҡалы районында түбән һыу күперендә һыу ҡайтҡан. Өфө районында Ағиҙел йылғаһының кимәле тәүлек эсендә 7 сантиметрға кәмегән.

Андрей Зайцев, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары

Бочкаревка ауылы янында Дим йылғаһының һыу кимәле тәүлек эсендә 14 сантиметрға кәмегән. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы контролендә һыу баҫыуға бәйле 14 хәл.Торлаҡ йорттарҙы һыу баҫыу осрағы юҡ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ