Шишмә районы Түбәнге Хәжәт ауылынан 9 ҡатын «Ярҙам һәм мәрхәмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. «Фатима» башҡорт фольклор ансамбле ағзалары уға махсус хәрби операция яугирҙарына күп яҡлы булышлыҡ иткәне өсөн лайыҡ булды. Награда Рәсәйҙең Оборона министрлығы тарафынан булдырылған. Йәмғиәт һәм дәүләт алдындағы айырым ҡаҙаныштары, хәстәрлеккә йүнәлтелгән фиҙаҡәр тырышлыҡтары өсөн ябай граждандар бүләкләнә. Был йәһәттән башҡарма власть органдары Түбәнге Хәжәт халҡының миһырбанлығын юғары баһаланы.






