Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Еңеүҙең 79 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнә

Улар араһында Ауырғазы районы Талбазы ауылынан Шәриф Ғәҙи улы Мөсәғитов та бар. 18 йәшлек егет артиллерия полкы составында Белорусияны азат итеүҙә, Варшаваны алыуҙа ҡатнаша. Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай. Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән шанлы йылдары һәм бөгөнгө тормошо хаҡында киләһе яҙмала.

Шәриф Ғәҙи улы өсөн май айы икеләтә яҡын һәм ҡәҙерле. 6-сы майҙа сал сәсле ветеран үҙенең 99 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршылай. Ә 9-сы май Еңеү байрамы көнөндә райондың мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары ойоштороған хәрби-патриотик сараларға саҡырылған. Һуғыш башланғанда уға ни бары 16 ғына йәш була. Әммә уға һәм тиҫтерҙәренә ҡурғаш пулялар аҫтында, дары еҫен татырға тура килә.

Геройыбыҙ трактор штурвалын артиллерист көбәгенә алмаштыра. 1-се Белорус фронты соствында алыша. Бөйөк Ватан һуғышындағы хәл иткес яуҙарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн кесе сержант 1-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, «Батырлыҡ өсөн»,» Варшаваны азат иткән өсөн», «Берлинды алған өсөн», Германияны еңгән өсөн миҙалдары менән бүләкләнгән.

Һуғыштан һуңғы илде аяҡҡа баҫтырыу йылдарындаТашлыкүл мтсында водитель, һуңынан комбайнер була . Хаҡлы ялға сыҡҡансы хәләле Рәшиҙә Әхмәтвәли ҡыҙы менән Ауырғазы райпоһында тырыш хеҙмәт һалалар. Дүрт балаға ғүмер биреп оло тормош юлына сығаралар.

Шәриф Ғәҙи улы олоғайған көнөндә ҡыҙы Роза ҡарамағында. Ветеран дәүләт ярҙамын да тойоп йәшәй. Социаль программа буйынса «Красноусол» шифаханаһында һаулығын нығытҡан. Шәриф Мөсәғитов һәм уның тиҫтерҙәре 18 йәшенән илебеҙ азатлығы өсөн фашистарға ҡаршы алышып Еңеү яулай. Ут-һыуҙы кискән уҙаман йәштәрҙең Рәсәй патриоттары булып үҫеүен теләй. Ә киләһе йыл Еңеү яҙын ул бәхетле йөҙйәшәр аҡһаҡал йәшендә ҡаршыларға ниәтләй.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ