Өфөлә «Уңыш инсайты» төбәк йәштәр фестивале башланды

Сара йәштәр сәйәсәте өлкәһендә эшләүсе белгестәрҙе, юғары уҡыу йорто вәкилдәрен, йәштәр ойошмаһы һәм ирекмәндәр хәрәкәте вәкилдәрен йыйҙы. Фестивалдең тәүге көнө стратегик сессия менән башланды. Унда район-ҡалаларҙан йыйылған ҡатнашыусылар командаларға бүленеп тармаҡта булған мәсьәләләрҙе асыҡланы, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләне. «Уңыш инсайты» фестивалендә ҡатнашыусыларҙы Азат Бадранов сәләмләне.

Оҙаҡ йылдар муниципалитеттарҙың йәштәр комитеты еткселәрен, төрлө ойошма вәкилдәрен бергә йыйғаныбыҙ юҡ ине. Бындай сара тәү сиратта берҙәм йәштәр сәйәсәтен булдырыу, икенсенән, республика биләмәһендә саралар үткәргәндә асыҡланған системалы проблемаларҙы хәл итеү өсөн кәрәк.

Азат Бадранов, Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары

«Уңыш инсайты» фестивалендә ҡатнашыусылар йәштәр сәйсәтендә булған проблемларҙы хәл итеүсе проекттар өҫтөндә эшләүен дауам итәсәк. Командалар үҙ идеяларын эксперттар алдында яҡлаясаҡ. Башҡортостанда йәштәр сәйәсәте тармағында мең ярымдан ашыу белгес эшләй. Шуға күрә фестивалде 13-15 май ҡабатлау күҙаллана.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ