Өфөнөң 264-cе балалар баҡсаһы «Беренселәр хәрәкәте»нең гранттар конкурсы еңеүселәре исемлегендә

Мәктәпкәсә учреждениеның «Һөнәргә старт» профориентация марафоны проектын тормошҡа ашырыуға 1 миллион 365 мең һум аҡса бүленгән. Уға ярашлы, балаларҙы төрлө һөнәрҙәр менән таныштырыу, хеҙмәткә ҡарата һөйөү уятыу маҡсаты ҡуйылған. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Тәрбиәсе балаларҙың танып-белеү һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән дәрес уҙғара. Компьютер грамоталағына өйрәнгәндә кескәйҙәр иҡтисадсы, бухгалтер һөнәрҙәренә лә төшөнә.

Баш ҡалалағы мәктәпкәсә учреждениела иртә профориентация эше ойошторолған. «Фәндәр донъяһы»на сәйәхәт иткәндә лә малай-ҡыҙҙар аҡ халат кейеп, тәжрибәле педагогтар ярҙамында төрлө һынауҙар үткәрә. Һанлы лаборатория балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын асыҡларға булышлыҡ итә.

Өфөнөң 264-cе балалар баҡсаһы майҙан алып ноябргә тиклем «Һөнәргә старт» тип исемләнгән профориентация марафонын уҙғара. Күләмле проект Беренселәр хәрәкәтенең гранттар конкурсында еңеү яулап, тәрбиәүи сараларҙы уҙғарыуға финанс ярҙам алған. Ике йөҙгә яҡын баланы һөнәрҙәр донъяһы менән таныштырыу, уларҙың ижади һәләттәрен асыу ҡаралған. Ата-әсәләре лә балаларҙың финанс грамоталығын, ҡыҙыҡһыныуҙарын үҫтереү мәсьәләләре буйынса белемен арттырасаҡ.

Профориентация марафоны һөҙөмтәһе булараҡ педагогтар һәм ата-әсәләр тәрбиәләнеүселәрҙең көслө яҡтарына таянып мәғариф эшмәкәрлеге алып барасаҡ.

Балалар баҡсаһында өс йыл элек полилингваль төркөмдәр асылған. Малай-ҡыҙҙар башҡорт телен аҙнаһына ике, ә инглиз телен өс тапҡыр өйрәнә. Мәктәпкәсә учреждение тәжрибәһе республикала иң яҡшыһы тип танылып, Рәсәй төбәктәренә лә таратыла.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ