Халыҡ-ара паралимпия комитеты үткәргән ярыш Португалияла бара. Яҡташтарыбыҙ Богдан Мозговой һәм Андрей Николаев 100 метрға йөҙөүҙә көмөш һәм бронза миҙалдарға лайыҡ булды. Быға тиклем Андрей Николаев 400 метрға йөҙөүҙә икенсе урын алғайны. Турнирҙа беҙҙең республиканан шулай уҡ Илнур Ғарипов, Аделина Рәзетдинова һәм Артур Сәйфетдинов ҡатнаша. Йөҙөү буйынса Европа чемпионаты тағы ике көн дауам итә.




