Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм Өфө моторҙар эшләү берекмәһе уртаҡ программа тормошҡа ашыра. Проектта 72 кеше ҡатнаша. Улар юғары уҡыу йортонда белем ала һәм заводта тәжрибә туплай. “Күп егеттәр конкурс һәм олимпиадаларҙа еңеү яулай, юғары стипендия ала. Киләсәктә улар Башҡортостан именлеге һәм илебеҙҙең технологик суверенитетын тәьмин иткән яҡшы һәм белемле инженерҙар булыуына ышанам”, - тип яҙа Радий Хәбиров.







