Быйыл йәй балаларҙы һауыҡтырыуҙы ойоштороу өсөн 3 миллиард һум тотонола

Район һәм ҡалаларҙа 1 мең 770 ситтәге һәм мәктәп яны, хеҙмәт лагеры асыла. Унда 500 меңдән ашыу бала ял итә аласаҡ. Һауыҡтырыу кампанияһы осоронда именлеккә етди талаптар ҡуйыла. Янғын һәм эпидемиологик, тәбиғәттә һәм һыуҙа хәүефһеҙлек саралары иғтибарға алына, шулай уҡ балалар менән эшләгән белгестәр ентекле һайлап алына. Быйыл төбәктә Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Белгород өлкәһенән дә балалар ял итә.

Фото №1 - Быйыл йәй балаларҙы һауыҡтырыуҙы ойоштороу өсөн 3 миллиард һум тотонола
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ