Радий Хабиров социаль селтәрҙә Башҡортостан предприятиелары өсөн кадрҙар әҙерләү тураһында яҙып сыҡҡан. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, республика ойошмаларҙы квалификациялы белгестәр менән тәьмин итеү өсөн күп көс һала, ҙур индустриаль партнерҙар менән хеҙмәттәшлек алып барыла. «Ростех ҡанаттары» был өлкәлә иң уңышлы проекттарҙың береһе һәм Башҡортостан программа тормошҡа ашырылған 14 төбәк иҫәбенә инә» тип яҙған Башҡортостан башлығы. Әйткәндәй, ул Өфө фән һәм технологиялар университеты менән Өфө моторҙар эшләү берекмәһе тарафынан берлектә тормошҡа ашырылған уртаҡ программа. Бөгөн уның буйынса 72 кеше уҡый. Теоретик белем юғары уҡыу йортонда, ә практика уҡыу-производство үҙәгендә бирелә.



