Ул Чечен һуғышында, Украинала барған махсус хәрби операцияла һәләк булған ошо ауыл егеттәре исемен йөрөтәсәк. Иҫке Сибай мәктәбен тамамлаған, чечен һуғышында башын һалған Салауат Баязитов, махсус хәрби операцияла һәләк булған Денис Собарғошов, Илшат Килмөхәмәтов иҫтәлектәренә «Геройҙар партаһы» асылды. Уларҙа батырҙарҙың фотоһүрәте ҡуйылған, биографияһы, ҡаҙаныштары яҙылған. Тантаналы сарала яугирҙарҙың туғандары яҡын кешеләре тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, мәктәп уҡыусыларына теләктәрен еткерҙе.
«Геройҙар партаһы»н асыу хоҡуғы яугирҙарҙың туғандарына бирелде. Унда иң лайыҡлы уҡыусылар: уҡыу алдынғылары, олимпиада, конкурс еңеүселәре ултырасаҡ. Балалар яҡташтарының батырлығы тураһында белеп, ғорурлыҡ кисерәсәк.
Проекттың маҡсаты - балалар һәм үҫмерҙәрҙә Ватан тарихына, илебеҙҙең үткәненә һәм бөгөнгөһөнә ихтирам тәрбиәләү. Был парталар уҡыусылар өсөн яҡшы уҡыуға, спортта, ижадта, хеҙмәттә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә лә ҙур этәргес булып торасаҡ.






