Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителде

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Ярыш былтыр старт алғайны. Муниципаль этапта мең дә 70 ауыл ҡатнашҡан. Уларҙың 52-һе республика кимәлендә көс һынашты. Еңеүселәр 4 номинация буйынса бүләкләнде. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Бишенсе тапҡыр ойошторолған «Айыҡ ауыл» конкурсы яңы баҫҡысҡа күтәрелде. Быйыл ул Стратегик инициативалар агентлығының «Халыҡтың йәшәү сифаты» йүнәлеше буйынса «Яңы замандың көслө идеялары» исемлегенә инде.

Конкурс 2011 йылдан алып уҙғарыла. Ә биш йыл элек республика бәйгеһе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән яңынан тергеҙелә. Ошо ваҡыт эсендә проектта 3 меңдән ашыу ауыл ҡатнаша, уларҙың 39-ы республика кимәлендә еңеүсе тип табыла. Был исемлек бөгөн тағы 12 ауылға артты. «Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһында беренсе урынға Бөрйән районының Байназар ауылы лайыҡ булды.

Хәйбулла районының Әбеш ауылы хакимиәте бәйгелә икенсе тапҡыр ҡатнаша. 2021 йылда Бәләкәй Арыҫланғол ауылы беренсе урын яулаһа, был юлы еңеүгә Оло Әбештәр лайыҡ булды.

Быйыл конкурстың 12 финалисы араһында 40 миллион һум аҡса бүленде. Шулай уҡ республика этабының башҡа конкурсанттары ла буш ҡул менән ҡайтмай.

Еңеүселәр аҡсалата сертификатты ауылды төҙөкләндереүгә тотона ала, шуға күрә республикала юлдар, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлгән тораҡ пункттар күбәйә. Төп күрһәткес - йәшәү кимәле лә күтәрелә. Быны күрһәткестәр ҙә асыҡ дәлилләй.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ