Өфөнөң Совет районында республика программаһы буйынса 6 ихата төҙөкләндерелә

«Башҡорт ихаталары» программаһын тормошҡа ашырыуға урындағы ҡаҙнанан миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. Был сумма 33 муниципалитеттың 140-тан ашыу йорт алдын тәртипкә килтереүгә йүнәлтеләсәк.

Бөгөн эш Өфөнән тыш, төбәктең башҡа ҡалаларында ла йәнләнгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡорт ихаталары» - 2019 йылда республика башлығы Радий Хәбиров башланғысында тормошҡа ашырыла. Проект сиктәрендә мең ярымдан ашыу ихата төҙөкләндерелгән.

Өфөнөң Совет районында ғына республика программаһы буйынса 6 ихата төҙөкләндерелә. Эш ике аҙна элек башланған. Яңыртылған күп ҡатлы йорт алдын баш ҡала юбилейына тиклем файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Әйткәндәй, программаға халыҡ та әүҙем ҡушыла ала. Бының өсөн урындағы үҙидара органдарына мөрәжәғәт итеп, тейешле документтар йыйырға кәрәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ